Бында Һеҙ сығышты әҙерләүҙә ярҙам итәсәк төп мәглүмәт табырһығыҙ.
Сараның форматы
Әлеге ваҡытта лингвистик фестиваль 30 минуттан алып 50 минутҡа тиклем презентациялар форматында нығынған. Бындай дәрестәр фәһемле генә түгел, ҡыҙыҡлы ла булырға тейеш. Телдең ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле яҡтарын, индивидуаллеген асып биреү һорала. Презентацияны бер кеше лә, төркөм дә үткәрә ала. Сығыштар ғәҙәттәгесә параллель бүлектәрҙә үтә, фестивалгә килеүселәр үҙҙәре теләгәнен һайлай ала. Тел презентацияларынан башҡа киң ҡатлам тыңлаусыларға аңлайышлы булырлыҡ лекциялар ҙа уҡыу мөмкин. Шулай уҡ лингвистик конкурс/викторина, концерт, мастер-класс, тел ҡунаҡ бүлмәһе ойоштороу ҙа мөмкин.
Презентацияның визуаль формаһы ирекле. Сығыш ваҡытында һеҙ плакаттар, стендтар, аудитория таҡтаһын ҡуллана алаһығыҙ, тарата торған материал алып килергә йәки PowerPoint технологияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Телдәр фестивале ижади, ирекле һәм гуманистик сара булғас, сығыштарҙың йокмәткеһенә һәм төҙөлөшөнә ниндәйҙер ҡәтғи талаптар юҡ. Шулай ҙа презентацияны әҙерләгәндә, Һеҙгә бәлки ҡайһы бер кәңәштәребеҙ артыҡ булмаҫ (шулай уҡ кәңәштәр менән Һеҙ Чебоксарҙағы Телдәр фестиваленең сайтында таныша алаһығыҙ: http://www.lingvafestivalo.org/ru/node/62).
Тел презентацияһының ҡыҫҡаса (яҡынса) йөкмәткеһе
- Телдең таралыу ареалы. Ниндәй халыҡтар, ниндәй илдәрҙә был телдә аралаша, был халыҡтарҙың мәҙәниәттәре менән ҡыҫҡаса таныштырыу. Бындай мәғлүмәтте оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа яҡшыраҡ булыр (5-7 минут), сөнки төп иғтибар телгә бүленә.
- Тел тарихынан, уның менән туғандаш телдәр тураһында мәғлүмәттәр.
- Фонетика, һүҙьяһалыш, грамматика өлкәләренән иң ҡыҙыҡлы мәглүмәттәр менән таныштырыу. Алфавит, өндәр системаһы закондары тураһында һөйләргә, ябай һүҙҙәр уҡырға өйрәтергә мөмкин. Лексика тураһында һүҙ алып барғанда, тыңлаусыларҙы иң мөһим тематик төркөмдәр һәм теге йәки был һүҙҙәрҙең ҡулланылыш үҙенсәлектәре, фразеология менән таныштырыу мөмкин. Грамматика бүлегендә телмәр ағзалары, һүҙҙәрҙең үҙгәреше тураһында бәйән итергә була. Шулай уҡ һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөлөшө үҙенсәлектәре тураһындағы мәғлүмәт тә урынлы булыр.
- Телдең яңғырашы менән таныштырыу (монолог, әҙәби әҫәрҙән өҙөк, шиғыр уҡыу, йыр йырлау, инсценировка яһау мөмкин).
- Телмәр практикаһы: телмәрҙе йыш ҡулланған актуаль һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр. Мәҫәлән, «Һаумыһығыҙ», «Исемегеҙ нисек?», «Мин һине яратам», «Хәлдәр нисек?», «Ваҡыт нисә?», «Рәхмәт», «Һау булығыҙ» тип нисек әйтергә.
- Тәҡдим ителгән телдең иң мөһим лингвистик-мәҙәни үҙенсәлектәре, тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яҡтары.
- Тел өйрәнергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт (сайттарға һылтанмалар, ҡалалағы тел курстары тураһында мәғлүмәт, тел өйрәнеү өсөн башҡа сығанаҡтар).
- Аудитория һорауҙарына ваҡыт (5 минутҡа яҡын).
Презентацияны йәнләндереү өсөн түбәндәге мөмкинлектәрҙе файҙаланып була:
- телдең таралыу ареалын күрһәткән карта;
- плакатта йәки таратылған материалдарҙа алфавит;
- был телдә видео-, аудиоматериалдар;
- таратыу материалдары (был телдә йыш ҡулланылған һүҙҙәр, художестволы әҫәрҙән өҙөк, йыр һүҙҙәре һ.б. булыуы мөмкин);
- күренекле урындарҙың фотографиялары;
- был телдә аралашҡан халыҡтың милли кейемдәре һәм көнкүреш мәҙәниәте йыһаздары.
Фестивалебеҙ ойошҡан һәм юғары кимәлдә үтһен өсөн ҡатнашыусыларҙы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә һорайбыҙ:
1. Ҡатнашыуға ғаризаны ваҡытында ебәрегеҙ (ғаризаларҙы ҡабул итеү ваҡыты сайта һәм шулай уҡ «Башҡортостанда Телдәр фестивале» төркөмө битендә: http://vk.com/club38158168 күрһәтеләсәк).
2. Ғаризаның формаһын тултырғанда, барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте лә тулыһынса тултырығыҙ (ғариза формаһын Һеҙ аҫтараҡ йәки һул яҡтағы панелдә таба алаһығыҙ).
3. Мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө һәм сифаты өсөн яуаплылығығыҙҙы аңлағыҙ.
4. Сығыш өсөн кәрәкле техника тураһында ойоштороусылар менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйығыҙ. Ойоштороусыларҙа булмаған хәлдә, техниканы үҙ көсөгөҙ менән табырға тырышығыҙ.
5. Кәрәк булғанда ойоштороусыларға сығыштарҙың ваҡыты һәм һаны тураһында алдан уҡ хәбәр итегеҙ (бер йәки күберәк; һуңынан сығыштарығыҙ тураһында мәғлүмәт программаға индереләсәк, ул фестивалдән бер нисә көн алда сайтта урынлыштырыласаҡ).
6. Фестивалде асы һәм ябыу тантанаһына ваҡытында килегеҙ.
7. Асыу тантанаһына алдан уҡ презентацияғыҙҙың ҡыҫҡаса анонсын әҙерләп ҡуйыу яҡшы булыр. Бындай анонстар ярҙамында тыңлаусылар сығышығыҙҙың йөкмәткеһе менән алдан танышып, ҡайһы презентациялар күрергә теләүҙәрен билдәләп ҡуя ала.
Ҡәҙерле ҡатнашыусылар! Беҙҙең кәңәштәребеҙ Һеҙгә ярҙам итә алғандыр, тип ышанабыҙ. Фестивалдә ҡыҙыҡлы асыштар һәм ыңғай тәьҫораттар күберәк булһын!
Фестивалдә ҡатнашыусы ғаризаһы формаһы (һаҡлап алып ҡалырға)
Фестиваль ҡунаҡтары өсөн теркәү формаһы (һаҡлап алып ҡалырға)