12 ноябрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының Студенттар йортонда “Дуҫлыҡ йәрминкәһе” һәм Башҡортостанда IV Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте.
Был көндө сараның ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары донъя халыҡтарының мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша алды. Үҙҙәренең тыуған илдәре тураһында сит ил граждандары бейеү һәм йыр-моң теле, шулай уҡ шиғырҙар һәм мода күрһәтеү аша һөйләне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, тик беҙҙең университетыбыҙҙа ғына планетаның бөтә континенттарынан йөҙҙән ашыу сит ил студенты белем ала.
Байрам … аш-һыуҙан башланды. Килгән ҡунаҡтар фойела ҡунаҡсыл хужаларҙың ҡулдарынан милли ризыҡтар тәмләп ҡарай алдылар. Ошонда уҡ милли кейемдәрҙәге төрлө ил вәкилдәре менән фотоға төшөргә һәм улар менән аралашырға мөмкин булды. Ә сәхнәлә илдәр һәм континенттар буйлап йыр-бейеү марафоны барҙы. Тамашасылар таң ҡалып француз телендә йырҙар, Конго музыканттарының башҡарған көйҙәрен тыңланы, Колумбия сальсаһы һәм дабстеп стилендәге бейеүҙәр менән һоҡланды, милли кейемдәрҙәге моделдәрҙе ҡул сабып сәләмләне.
Тел коммуникацияһы һәм психолингвистика кафедраһы доценты Л.В.Ғәзизова һөйләй:
– Башҡортостанда IV Халыҡ-ара телдәр фестивале “Дуҫлыҡ йәрминкәһе” рамкаһында үткәрелә. Ойошторолған ваҡытынан алып Телдәр фестивале беҙҙең регионда йәштәр менән сағыу, интерактив, күп яҡлы аралашыу формаһын алды. Был хәрәкәттең үҫешенә республиканың БДУ, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, ӨДНТУ кеүек уҡыу йорттары ҙур өлөш индерҙеләр ҙә инде, улар төрлө йылдарҙа ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комитеты ярҙамында был сараны үткәреү базаһы булдылар. Быйылғы 2015 йыл Өфөлә үткәрелгән ШОС һәм БРИКС саралары менән билдәләнде, был саралар беҙҙең илдәрҙең күп планлы хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә етди аҙым булды. Шунлыҡтан Евразия, Көньяҡ Америка һәм Африка континенттары вәкилдәре булған 200-ҙән ашыу студенттың фестивалдә ҡатнашыуы һис тә осраҡлы түгел.
Фестиваль байрам концерты менән асылды, концерт тамамланғас, ҡунаҡтар әҙәби, йыр-моң, этно-мәҙәни, аналитик ҡунаҡхана һәм тел дуҫлығы ҡунаҡханаһында аралашыуҙы дауам итте. Студенттар тел һәм мәҙәни традициялар менән танышып ҡына ҡалманы, йылы дуҫлыҡ атмосфераһында яҡыныраҡ танышты, дуҫтар тапты, фекер алышты, хәҙерге донъяны борсоған проблемалар тураһында һөйләште.
Фестиваль йәштәрҙең тыныслыҡта һәм килешеүҙә йәшәргә ынтылыштарын, күпселек кешеләрҙең донъяға ҡарашында толерантлыҡ идеялары ята икәнен күрһәтте. Был фестивалдә ҡатнашҡан телдәрҙең бик күп булыуы ҡыуандырҙы, унда башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, тажик, фарсы, төрөк, әзербайжан, поляк, чех, ғәрәп, корей, португал, испан, инглиз, немец, ҡытай, япон һәм башҡа тел вәкилдәре үҙҙәренең телдәре, мәҙәниәте менән таныштырҙы. Йолаларҙың тап ошондай күплеге һәм берлегендә, һис шикһеҙ, көс һәм ҙур потенциал ята (http://www.ugatu.su/v-teploj-atmosfere-gostinyh.html)
Филологик белем биреү һәм культура-ара коммуникациялар факультетының 4 курс студенттары IV Халыҡ-ара телдәр фестивалендә һәм “Дуҫлыҡ йәрминкәһе”ндә "DEUTSCHISTCOOL" музыкаль-бейеү номеры менән сығыш яһанылар!
Сара 2015 йылдың 12 ноябрендә Өфө дәүләт авиация техник университетында үтте, һәм ул Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ярҙамында ойошторолдо.
“Дуҫлыҡ йәрминкәһе”ндә милли аҙыҡтар, көнсығыш тәмлекәстәрен ашап ҡарарға мөмкинлек бар ине. Әрмәстан, Тажикстан, Нигерия, Колумбия, Конго, Һиндостан, Ҡытай, Корея һ.б. илдәр вәкилдәренең концерты сағыу иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
Концерттан һуң һәр бер ҡатнашыусы үҙенә Фестиваль ҡунаҡханаларынан (“Әҙәби ҡунаҡхана”, “Музыкаль ҡунаҡхана”, “Этно-мәҙәни ҡунаҡхана”, “Аналитик ҡунаҡхана”, “Телдәр дуҫлығы ҡунаҡханаһы”) үҙенә "үҙенсәлекле" маршрут һайлай алды, сит телдәр мәҙәниәте донъяһынан үҙҙәре өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс яңылыҡтар асты.
Роман-герман тел ғилеме һәм сит телдәр әҙәбиәте кафедраһы мөдире Буркова Татьяна Александровнаға һәм доцент Гәрәева Эльвира Абдулғәли ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Йәркәева Айгөл,
филологик белем биреү һәм культура-ара коммуникациялар
факультетының 401-се төркөмө студенты
Фестиваль тураһында видеоресурстар:
Фестивалдең ҡыҫҡаса программаһы