Яңылыҡтар
Лингвистик фестивалдең ҡәҙерле дуҫтары! Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара телдәр фестиваленә һеҙҙе ысын күңелдән саҡырабыҙ. Телдәр байрамында һеҙҙе Башҡорт дәүләт университетында 15 һәм 16 ноябрҙә көтөп ҡалабыҙ.
Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреү көнө аныҡланды. Сара Өфө дәүләт нефть техник университетында 7-8 декабрҙә үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға була. Фестивалгә рәхим итегеҙ!
Архив новостей
Телдәр фестивале Интернетта:
|
15, 16 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Сараны Башҡорт дәүләт университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты (ИНО), филология факультеты, Белем алыусыларҙың берләшкән советы, ЮНЕСКО клубы һәм Башҡорт дәүләт университетының Студенттар клубы ойошторҙо. Был көндәрҙә республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарынан, мәктәптәренән, йәмәғәт ойошмаларынан, шулай уҡ Удмуртиянан, Иркутск, Һамар, Свердловск, Силәбе өлкәләренән Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан Республикаларынан, Польша, Болгария, Германия, Ҡытай, Вьетнам һәм Африка илдәренән килеүсе 500-ләгән тел һөйөүселәрҙе дуҫтарса йылы атмосфера берләштерҙе. Телдәр донъяһына сәйәхәт был сараны тантаналы рәүештә асыу менән башланды, ойоштороусылар фестивалгә аҡ юл теләне, ә тамашасылар йылы башланғыстан ыңғай тәьҫораттар алды.  Сараны асыу церемонияһы Майкл Джексондың “We are the world” йыры менән тамамланды, бөтә халыҡтарҙың берлеге символына әйләнгән был йыр фестивалдә яңы яңғыраш алды. Тамашасылар уны ихлас күтәренкелек менән ҡабул итте һәм аяҡ өҫтө баҫып ҡушылып йырланы.
Был сара программаһының төп өлөшө университеттың төп корпусының аудиторияларында үтте, һәм, ойоштороусылар билдәләүенсә, һәр кем, үҙен ҡыҙыҡһындырған презентацияларҙы ҡарап, мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр менән танышып, фестиваль буйынса үҙенә кәрәкле “маршрут” һайлай алды, яңы дуҫтар тапты. Быйылғы фестивалдә һинд-европа һәм төрки, урал һәм ҡытай-тибет, афро-азия һәм австроазиат, япон-рюкюс, австронезий һәм картвель ғаиләләренә ҡараған 45 тел презентацияланды.
Телдәр ни тиклем үҙенсәлекле булған кеүек, ижади ҡараш менән һуғарылған бар сығыштар ҙа шул тиклем үк уникаль килеп сыҡты. Тыңлаусыларға киң билдәле телдәр менән бер рәттән ҡолаҡҡа ятыраҡ булған экзотик телдәр тураһында мәғлүмәттәр ҙә тәҡдим ителде. Быйылғы фестивалдең сағыу үҙенсәлеге итеп уның форматының киңәйеүен билдәләп үтергә кәрәк. Традицион презентацияларҙы тулыландырған 75 оҫталыҡ дәресе һәм фәнни-популяр лекциялар тыңлаусыларҙың телдәр тураһында белемдәрен тағы ла киңәйтеүгә булышлыҡ итте. Фестивалдең икенсе ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге шунда булды: унда ҡатнашыусылар араһында конкурс ойошторолдо. Был конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауышты Благовещен ҡалаһынан килгән делегация йыйҙы. Күп профилле колледж уҡытыусыһы Туйгилдина Ирина Георгиевна етәкселегендә балалар үҙҙәренең туған мари теле буйынса бик ҡыҙыҡлы презентация әҙерләгәндәр. Ә республикабыҙҙың Мишкә ауылы һәм Ижевск ҡалаһы делегацияларының сығыштары тамашасы һөйөүе призы менән билдәләнде.
Донъя телдәре менән танышыуҙы мәҙәни программа тулыландырҙы. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы менән танышып, икенсе көнө ҡала һәм уның иҫтәлекле урындары буйлап автобуста сәйәхәт итеп, фестивалдә ҡатнашыусылар Республикабыҙҙы яңы яҡтан астылар, Өфө ҡалаһының тарихы менән таныштылар. Телдәр байрамын ябыу тантанаһы унда ҡатнашыусыларға сертификаттар һәм университет символикаһы төшөрөлгән сувенирҙар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу менән тамамланды. Бөтә ҡунаҡтарға һәм ҡатнашыусыларға фестивалгә иғтибар һәм йылы мөнәсәбәт, ихтирам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ анкетала ҡатнашыусыларға ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ фестивалде артабан тағы ла яҡшыраҡ үткәрергә, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк.
Барыбыҙ ҙа күптән көткән сара факультетта үткән ял көндәрендә уҙҙы. Был хаҡта Дарья Дорошкевичтың отчетын уҡығыҙ.
2014 йылдың 15, 16 ноябрендә Башҡорт дәүләт университетында Студенттар берләшмәләренең эшмәкәрлеген үҫтереү программаһы сиктәрендә Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Донъя телдәренең күп төрлөлөгөн, уларҙың һәр береһенең уникаллеген күрһәтергә тейешле был бик ҡыҙыҡлы мәҙәни сара телдәргә һәм лингвистикаға арналды.
Фестивалде асыу тантанаһында беҙҙең иғтибарға сағыу сығыштар: инглиз, француз, башҡорт һәм башҡа телдәрҙә йырҙар, халыҡ бейеүҙәре, ҡурай моңдары, шиғырҙар тәҡдим ителде.
Фестиваль программаһының төп өлөшөн донъя телдәренең презентациялары тәшкил итте. Һәр презентация – ул уникаль мини-лекция, уның барышында сығыш яһаусы теге йәки был тел тураһында иң ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле мәғлүмәттәрҙе еткерергә тырышты. Шул рәүешле тамашасылар киң таралған һәм әҙ ҡулланылышлы, боронғо һәм хәҙерге ҡырҡлап тел менән таныша алды. Һәр кем инглиз, поляк, иҫке славян, грек, ғәрәп, яҡут, башҡорт һ.б. тел секцияларын һайлап, үҙен ҡыҙыҡһындырған тел тураһында сығыштар тыңланы, яңылыҡтар асты, тағы ла ниндәй телде өйрәнгеһе килеүен асыҡланы, планетабыҙҙағы телдәрҙең күп төрлөлөгөнә, үҙенсәлектәренә һоҡланды.
Халыҡ-ара телдәр фестивале – ҡыҙыҡлы кешеләр менән яңы танышыуар, яңы белем һәм ыңғай хис-тойғолар даръяһы ул! (http://www.bashedu.ru/lingvofestival-sostoyalsya)/
БДУ-ла Халыҡ-ара телдәр фестивалендә тәҡдим ителгән телдәр исемлеге
Һинд-Европа телдәре
- герман телдәре (инглиз теле – Британия, Америка, афроамерика, Австралия варианттарында, исланд теле, немец теле һәм уның Люксембургтағы, Швейцариялағы милли варианттары, норвег теле);
- грек-фригий-әрмән телдәре (әрмән, грек);
- иран телдәре (фарсы, таджик);
- кельт телдәре (ирланд);
- роман телдәре (испан, итальян, латин, португал, француз – әҙәби һәм диалект төрҙәре);
- славян телдәре (болгар, боронғо рус, поляк, рус – әҙәби һәм диалект төрҙәре, иҫке славян, украин, чех);
Төрки телдәре (башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, төрөк, үзбәк, уйғыр-ҡараханид телдәре, сыуаш, яҡут).
Урал телдәре
(венгр, мари, мордва (эрзә), удмурт, эстон).
Ҡытай-тибет телдәре (ҡытай).
Япон-рюкюс телдәре (япон).
Австроазиат телдәре (вьетнам).
Австронезий телдәре (яван).
Афро-азия телдәре (ғәрәп, иврит).
Картвель телдәре (грузин).
Корея теле.
Халыҡ-ара эсперанто теле.
Ым-ишара теле.
Халыҡ-ара телдәр фестивале Интернет селтәрендә:
-
-
-
|