Башҡортостанда телдәр Фестивале

рус телендә

башҡорт телендә

инглиз телендә

Башҡортостанда телдәр Фестивале
  Баш бит   |   Телдәр Фестивале
Проект тарихы
Башҡортостанда Телдәр фестивале
  |   Ҡатнашыусылар
һәм ҡунаҡтар өсөн
Ҡатнашыусылар
өсөн
Фестиваль ҡунаҡтары
өсөн
  |   Ойоштороусыларға   |   Архив
Телдәр Фестивале - 2011
Телдәр Фестивале - 2012
Телдәр Фестивале - 2013
Телдәр Фестивале - 2014
Телдәр Фестивале - 2015
Телдәр Фестивале - 2016
  |   Фестиваль хәрәкәтенең яңылыҡтары   |   Бәйләнеш  

Яңылыҡтар

10.07.2014  Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара телдәр фестивале

Лингвистик фестивалдең ҡәҙерле дуҫтары! Башҡорт дәүләт университетында халыҡ-ара телдәр фестиваленә һеҙҙе ысын күңелдән саҡырабыҙ. Телдәр байрамында һеҙҙе Башҡорт дәүләт университетында 15 һәм 16 ноябрҙә көтөп ҡалабыҙ.

23.07.2013  Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивале

Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостанда III Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреү көнө аныҡланды. Сара Өфө дәүләт нефть техник университетында 7-8 декабрҙә үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға була. Фестивалгә рәхим итегеҙ!

Архив новостей

Беҙ "Бәйләнештә":

  • http://vk.com/club38158168

Телдәр фестивале Интернетта:

  • http://festivalo.ru/
  • http://vk.com/lingvafest
  • Фестиваль языков в Википедии

I Халыҡ-ара телдәр фестивале 2011 йылдың 23-24-се сентябрендә традицион форматта үткәрелде. 43 тел тураһында икешәр презентация тәҡдим ителде. Фестиваль Өфө, Салауат, Нефтекама, Мәскәү ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Болгария, Ҡытай, Германия, Нидерландтар, Әрмән, Вьетнам, Экваториаль Гвинея һәм башҡа Африка илдәренән 88 ҡатнашыусыла ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар араһында студенттар, мәктәп уҡыусылары, аспиранттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, шулай уҡ мәҙәни-ағартыу һәм тел ойошмалары ағзалары бар ине. Фестивалдең төп нигеҙен 25 минутлыҡ дәрес-презентациялар тәшкил итте. Уларҙа теге йәки был телдең яңғырашын ишетергә, тел структураһының үҙенсәлектәре менән танышырға, бер нисә һүҙбәйләнеште ятларға һәм, әлбиттә, икенсе мәҙәниәт вәкилдәре менән аралашырға мөмкин ине. Бындай презентациялар, ҡағиҙә булараҡ, бер нисә аудиторияларҙа бер үк ваҡытта үткәрелде. Ҡатнашыусылар үҙҙәре теләгән маршрут һайлай алды. Аудиторияларҙың әҙ булыуы сәбәпле, ҡатнашыусылар алты секцияға бүленде: «Башҡортостан халыҡтары телдәре», «Славян горницаһы», «Телдәрҙең көнсығыш карауаны», «Инглиз ҡунаҡ бүлмәһе», «Европа телдәре берлеге», «Донъя телдәренең сыбарлығы».

Телдәр презентацияларының мауыҡтырғыс марафоны ябыу тантанаһы менән тамамланды. Презентациялаусыларға һәм ойоштороусыларға ҡатнашыу тураһында сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Әлбиттә, фестиваль тураһында ыңғай фекерҙәр һәм киләсәккә һәйбәт кәңәштәр ишетеү айырыуса ҡыуандырҙы. Башҡорт эсперантисы Ғәфүр Ғәзизов был сараға хатта шиғыр ҙа бағышланы! Был беҙҙең тәүге тәжрибәбеҙ булды. Фестиваль ысынлап та күптәргә оҡшағандыр һәм берҙәмлектең көсөн аңларға ярҙам иткәндер, тип ышанабыҙ.

2011-се йылғы Фестиваль телдәре:

 

Һинд-Европа телдәре

- славян (болгар, боронғо рус, поляк, рус теле (бала телмәре), рус диалекттары, боронғо славян, хорват, чех);

- роман (латин, итальян, испан, португал, француз);

- герман (Австралия, Британия һәм Америка варианттарында инглиз теле, немец теле);

- Иран (фарсы, тажик);

- грек-фригия-әрмән (әрмән, грек);

- һинд-арий телдәре (бенгал).

Төрки телдәре (башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, төрөк, төркмән, сыуаш).

Урал телдәре

- фин-уғыр (мари, удмурт).

Африка-Азия телдәре

- семит (ғәрәп, иврит);

- чад (хаус теле).

Конго-кордофан телдәре (суахи́ли, баги́рми, йо́руба, бу́би, фанг).

Австрия-Азия телдәре (вьетнам).

Ҡытай-Тибет телдәре (ҡытай).

Япон-рюкюс телдәре (япон).

Креол теле патуа́.

Эсперанто халыҡ-ара теле.

  • Фотоальбом
  • Видеоматериалдар

Беренсе фестивалебеҙ тураһында интернет-сайттар:

  1. БДУ сайтында
  2. БЮТ сайтында
  3. «Башҡортостан-Болгария» халыҡтар дуҫлыҡ йәмғиәте сайтында
  4. Эсперантист Ғ.Ғәзизов блогында
  5. БашДУ сайтында
  Баш бит   |   Телдәр Фестивале   |   Ҡатнашыусылар
һәм ҡунаҡтар өсөн
  |   Ойоштороусыларға   |   Архив   |   Фестиваль хәрәкәтенең яңылыҡтары   |   Бәйләнеш  
  • Проект тарихы
  • Башкортостандағы
    телдәр Фестивале
  • Ҡатнашыусылар өсөн
  • Ҡунаҡтар өсөн
  • Телдәр Фестивале - 2014
  • Телдәр Фестивале - 2015
  • Телдәр Фестивале - 2016

Copyright © Фестиваль языков в Башкортостане
Создание сайтов Gamma
Система управления сайтом CMS SiteEdit