Халыҡ-ара тәржемәсе көнөнә тура килгән Башҡортостандағы II Халыҡ-ара телдәр фестивале М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 29-30 сентябрҙә үткәрелде. Был юлы фестивалгә 400-гә яҡын кеше йыйылды. 2011 йыл менән
сағыштырғанда сит ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар һаны артты (61 кеше). Улар араһында Башҡортостан, Иркутск, Свердлов, Ульянов һәм Мәскәү өлкәләре ҡалаларынан ҡатнашыусылар булды. Шулай уҡ фестивалгә Украина һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре лә килде. Төп саралар лингвистик байрамдың беренсе көнөндә үтте. Был көндө славян, төрки, фин-уғыр, Австрия-Азия, семит тел ғиаләләренә ингән 35 тел һәм шулай уҡ корея теле яңғыраны. Республиканың төрлө төбәктәренән – Өфөнән, Салауаттан, Сибайҙан, Благовещендан, Мишкәнән, Дәүләкәндән, Бәләбәйҙән, Дүртөйлөнән, Стәрлетамаҡтан, Нефтекаманан ҡатнашыусылар презентациялары менән сығыш яһаны. Донъя телдәре тураһында мәғлүмәттәр менән шулай уҡ Мәскәү, Иркутск, Ульяновск, Силәбе, Түбәнге Тагил ҡалалары, Ҡаҙағстан, Украина, Германия, Армения, Вьетнам вәкилдәре лә бүлеште. Презентациялар ете аудиторияла үткәрелде һәм тематикаһы буйынса бүленде: «Халыҡ-ара аралашыу телдәре», «Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдәре», «Европа телдәре берлеге», «Славян горницаһы», «Тарих һәм мәҙәниәт көҙгөһө булараҡ тел», «Донъя телдәренең сыбарлығы», «Телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогы». Тамашасыларға киң таралған һәм беҙҙең өсөн ғәҙәти булмаған телдәр тәҡдим ителде. Әле 19-сы быуатта донъяла ирекле аралашыу өсөн уйлап сығарылған эсперанто теле ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Юҡары кимәлдәге һәм сағыу сығыштар республиканың милли теленә бағышланды. Туған телгә һөйөү һәм ихтирам «Данлайым һине, башҡорт телем» исемле әҙәби-музыкаль композицияла асыҡ сағылыш тапты. Шуныһы ҡыуаныслы: II Халыҡ-ара телдәр фестивалендә Башҡорт дәүләт университеты студенттары әүҙем ҡатнашты. Был йәһәттән айырыуса «Славян горницаһы» секцияһы эшен билдәләп үтергә кәрәк. Секцияның абруйлы ҡунаҡтары араһында Изгеләр Кирилл һәм Мефодий исемендәге Бөйөк Тырна университетының (Болгария Республикаһы) хәҙерге болгар теле кафедраһы баш ассистенты Верка Сашева Иванова һәм «Яңырыу» исемле Башҡортостан Республикаһында Польша мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе М.О. Садыкова-Лисовская бар ине. Студенттар славян телдәренең төп үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт менән генә сикләнмәнеләр, славян шағирҙарының шиғырҙары һәм йырҙарынан торған әҙәби-музыкаль композициялар ҙа әҙерләнеләр. Әҫәрҙәр үҙ телендә генә уҡылманы, студенттар үҙҙәре яһаған тәржемәләрен дә уҡып ишеттерҙе.
Традицион презентациялар II фестивалдә 20 лекциялар менән аралаштырылды. Был сараның форматын киңәйтеп ебәрҙе һәм ҡунаҡтарҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Лекцияларҙың тематикаһы күп төрлө булып сыҡты. Аңлайышлы итеп улар тамашасыларға тел тарихын, халыҡ-ара телдәрҙең кәрәклеге тураһында мәғлүмәттәрҙе еткерҙе, донъяның телдә сағылыш алыу мәсьәләләре яҡтыртты, боронғо төрки рун яҙмаларына һәм башҡорт исемдәренә ҡағылып үтте, ҡайһы бер ҡыҙыҡлы лингвистик мәсьәләләр, илдәр тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ҡайһы бер ҡатнашыусылар әйтеүе буйынса, сараның беренсе көнө уларға күп фәһемле мәғлүмәт, яңы танышлыҡтар бәхете һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Шуның менән бергә байрамдағы үҙенсәлекле мөхит ҡатнашыусыларға телдәрҙе өйрәнеүҙә «киҫкен зарурлыҡҡа ҡарағанда ирекле ҡыҙыҡһыныусанлыҡ яҡшыраҡ» тигән хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итте.
Фестивалдең икенсе көнөн мәҙәни программа дауам итте. Ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға иҫтәлекле сертификаттар тапшырып, сараны ябыу тантанаһынан һуң Башҡортостандың башҡалаһы буйлап өс сәғәтлек экскурсия ойошторолдо.
2012-се йылғы Фестиваль телдәре:
Һинд-Европа телдәре
- славян (беларус, болгар, боронғо рус, поляк, рус, украин, чех);
- роман (испан, итальян, каталон, португал, француз);
- герман (Британия һәм Америка варианттарында инглиз теле, немец теле, немец теленең Люксембургтағы милли варианты);
- Иран (осетин, фарсы);
- грек-фригия-әрмән (әрмән, грек).
Төрки телдәре
(башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, төрөк, сыуаш).
Урал телдәре
- фин-уғыр (венгр, мари, мордва (эрзя), удмурт, эстон).
Африка-Азия телдәре
- семит (ғәрәп).
Австрия-Азия телдәре
(вьетнам).
Ҡытай-Тибет телдәре
(ҡытай).
Эсперанто халыҡ-ара теле.
Рунглиш теле.
2012-се йылғы Фестивальдә уҡылған лекциялар:
1. Лингвистик мәсьәләләр.
2. Телдәр донъяны нисек кәштәләргә һалып ҡуя.
3. Телдең тормош юлы (дөйөм мәғлүмәттәр).
4. Телдең тормош юлы (СССР-ҙан һуң осорҙа).
5. Яһалма телдәр ни өсөн кәрәк?
6. Туған тел, туған һүҙ.
7. Туған тел – изге тел, ата-әсә теле!
8. Германия ҡалалары буйлап.
9. Мин Германия менән ҡыҙыҡһынам.
10. Ҡаҙаҡ халҡының символик донъяһы.
11. Париждың рус урамдары.
12. Йортом – ҡәлғәм минең.
13. Инглиз һәм башҡорт телдәрендә «Төҫ» компонентлы фразеологизмдар.
14. Башҡа телдәрҙә нимә ишетәбеҙ һәм нимә ишетмәйбеҙ.
15. Программаларҙы инглиз теленән татар теленә күсереү.
16. Татар һәм рус телдәренең бер-береһенә йоғонтоһо.
17. Телдәр фестивале: башынан алып хәҙерге көндәргә тиклем.
18. Инглиз телен өйрәнеү ысулы булараҡ киң мәғлүмәт саралары.
19. Ике быуат араһында башҡорт ғаиләләрендә исем биреү традициялары.
20. Боронғо төрки рун яҙмалары (орхон-енисей яҙмалары).
Икенсе фестивал тураһында интернет-сайттар
:
- БДПУ сайтында
- ЮНЕСКО сайты
- БЮТ сайтында