2013-сө йылдың 7-8 декабрендә Өфө дәүләт нефть техник университетының татыу мөхитендә IIIХалыҡ-ара телдәр фестивале уҙғарылды. Уның ҡыҫаларында 45 тел тәҡдим ителде. Әле һеҙҙең иғтибарға фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.
Өфө дәүләт нефть-техник университетының Башҡортостан Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреү эстафетаһын ҡабул итеүе осраҡлы түгел. Университетта формалашҡан интернациональ дуҫлыҡ, татыулыҡ, мәҙәни бәйләнештәр – юғары уҡыу йортоноң ярты быуатлыҡ халыҡ-ара бәйләнештәренең һөҙөмтәһе ул. Әлеге көндә бында 47 илдән 740 студент белем ала. Билдәле булыуынса, 1975 йылдан алып, университетта үҙенең телдәр фестивале үткәрелеп килә. Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреү өсөн уңдырышлы тупрак булараҡ «Науырыҙ», «Африка көнө», «Ангола көнө», «Таджикистан көнө» һәм башҡа милли байрамдарҙы, ӨДНТУ-ның ЮНЕСКО дуҫтарының Интернационал клубы эшмәкәрлеген билдәләп була.
III Башҡортостан Халыҡ-ара телдәр фестивале 8-се һанлы корпустың ҙур залында матур концерт һәм традицион Презентацияларҙың презентациялары менән башланып ебәрҙе. 2,5 сәғәт эсендә сәхнәлә 300 яғын докладсыларҙы барлығы тиерлек театрлаштырылған саҡырыуҙары менән сығыш яһаны. Шулай уҡ иң яҡшы концерт номерҙары күрһәтелде.
45 телдә сәләмләүҙәр, донъя халыҡтарының милли костюмдарында сығыштар, рус, башҡорт, татар, мари, ҡаҙаҡ, һинд, вьетнам, япон, ангол бейеүҙәре һәм йырҙары, ӨДНТУ-ның «Телемарк», «Витраж», «Танц-класс» хореографик коллективтары, «Ирҙәрсә һөйләшеү» вокал ансамбле ысын интернациональ байрам мөхитен тыуҙырҙы.
14:30 сәғәттән алып 18:30 сәғәткә тиклем ӨДНТУ-ның 2-се һәм 3-сө һанлы корпустарында фестивалдең төп саралары – телдәр презентациялары үтте. Бында 140-ҡа яҡын төрлө форматтағы (презентация, брейн-ринг, докладтар) сығыштар яңғыраны. Докладтар араһында шуларҙы айырым билдәләп үтер инем: «Сит телдәр техник прогрессҡа хеҙмәттә», «Сит телдәр һәм донъя мәҙәниәте», «Телдәрҙе өйрәнеп, донъяны беләм», «Индонезия һәм рус телдәре сағыштырмалы аспекта», «Төрлө илдәр студенттары менән мәҙәни-ара аралашыу проекттын тормошҡа ашырыу» һәм башҡалар.
300-ҙән ашыу ҡатнашыусы 14 аудиторияла 7 тел ғаиләһенең 45 телен тәҡдим итте. Башҡортостандың 277 студенты 103 презентация әҙерләп күрһәтте. Һер сығыштан һуң секция етәкселәре докладсыларға Сертификаттар тапшырҙы.
Телдәр фестивалендә 5 Башкортостан юғары уҡыу йортттары (ӨДНТУ, БашДУ, БДМУ, ӨДАТУ, БДПУ), Ульянов исемендәге Ульяновск дәүләт университеты, Ҡаҙағстандың Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк дәүләт университеты студенттары ҡатнашты.
Фестивалдә шулай уҡ Өфөнән, Дәүләкәндән, Ишембайҙан, Салауаттан, Көйөргәҙе һәм Мишкә райондарынан 11 мәктәп уҡыусылары һәм шулай уҡ Благовещен күп профиле профессиональ колледж студенттары ҡатнашты. ЯСЙ «Газпром трансгаз Уфа» хеҙмәткәренең грузин теле хаҡындағы презентацияһы менән һәм Салауат драма театры артисының эсперанто теле хаҡындағы презентацияһы менән сығыш яһауҙары айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Фестивалдең беренсе көнөн ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет белгесе Богуславская Л.М., БашДУ-ның Өҙлөкһөҙ белем алыу институты уҡытыусыһы Миронова Д.М., ӨДНТУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр кафедралары уҡытыусылары, БашДУ, БДПУ уҡытыусылары һәм Ульяновск ҡунаҡтары ҡатнашлығындағы «Түңәрәк өҫтәл» тамамланы. ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы хаҡындағы презентацияларын ӨДНТУ студенттары, ЮНЕСКО дуҫтарының Интернациональ клубы ағзалары күрһәтте. 8 декабрҙә сит ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар өсөн Башҡортостандың башҡалаһы – Өфөнөң мәҙәни-тарихи урындары буйлап экскурсия ойошторолдо.
Дөйөм алғанда фестивалдә докладсы, сығыш яһаусы, ҡунаҡ, тамашасы булараҡ меңдән ашыу студент ҡатнашты. Фестиваль «Россия 1» һәм «БСТ» телеканалдарында, республика гәзиттәрендә, «Новый экономический гид» баҫмаһында яҡшы яҡтыртылды.
Шулай уҡ фестиваль университеттың «ЗНК» гәзите, «Информационный канал Нефтяного» ӨДНТУ телевидениеһы, «Мәҙәни фреш» журналистар берләшмәһе тарафынан да яҡтыртылды.
Сараның уңышлы үтеүендә ойоштороу комитетының һәм эшсе төркөмдөң, ӨДНТУ-ның барлыҡ бүлектәренең берҙәм һәм юғары кимәлдә эшләүе булышлыҡ итте.
Ижади үҫеш һәм мәҙәниәт ижтимағи факультеты деканы,
фестиваль координаторы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
З.Т. Әбделмәнова
Фестивалдә күп кенә Өфө юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙан студенттар ҡатнашты. Бер нисә секция барлыҡка килде. Мин һеҙгә үҙем булған дүртәүһе хакында һөйләргә теләйем. Тәүгеһе роман-герман секцияһы, дөрөҫөрәге, немец теленә һәм уның Германия, Австрия, Швеция илдәрендәге диалекттарына бағышланған өлөшө ине. Иң ҡыҙығы бында, минеңсә, төрлө Европа илдәрендәге немец теленең төрҙәрен сағыштырыу ине. Сығыш яһаусылар төрлө миҫалдарҙа уларҙың әйтелешенең һәм яҙылышының айырмалыҡтарын күрһәтте.
Төрки телдәр секцияһындағы сығыштарҙың береһендә татар теленең ҡайһы бер һүҙҙәренең һәм нығынған һүҙбәйләнештәренең килеп сығышы хаҡында бәйән ителде. Сығыш яһаусы ҡулланған материалдың байлығы һәм ткишеренеүенең төплө булыуы һоҡландырҙы. Һуңынан был материалдың докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшлегендә йыйылыуы хаҡында белдем. Шулай уҡ был сығышта татар теленең мишәр диалекты менән таныштыҡ, үзбәк теле һәм мәҙәниәтенең ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән таныштыҡ.
Теге йәки был кимәлдә таныш булған телдәр презентацияларында булғандан һуң мин өсөнсө секция – Африка телдәре секцияһына күстем. Был секция хаҡында һөйләүе ауыр, сөнки күңелемдән ташҡан хис-тойғоларҙы һүҙ менән әйтеп бөтөрөп булмай. Африка кешеләре шул тиклем хискә бирелеүсән, күңелле һәм һөйкөмлө кешеләр, барлыҡ тамашасыларҙың иғтибарын шундуҡ арбап алдылар. Мин дә, башҡалар ҙа уларҙың сығышынан ҙур ҡыуаныс кисерҙек.
Мин ҡатнашҡан һуңғы секция австронезия һәм австроазиат телдәренә бағышланған ине. Бындағы сығыштар ҙа Африка телдәре секцияһынан бер ҙә кәм булманы. Уларҙың эштәре миңә нығыраҡ оҡшаны, тиһәм, хата булмаҫ. Сығыш яһаусылар үҙ телдәре тураһында ғына һөйләп ҡалманылар, туған телдәрен рус теле менән дә сағыштырҙылар. Шуға ла уларҙың телдәренең үҙенсәклетәрен аңлау күпкә еңелерәк булды.
Фестивалдең беренсе көнө «Түңәрәк өҫтәл» менән тамамланды. Унда беҙҙең ЮНЕСКО клубы ағзалары ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына ингән төрлө континенттарҙағы ҡомартҡылар күрһәтелде. Беренсе көндөң йомғаҡтарына килгәндә, шуны әйткем килә: сит ил студенттарының туған телдәре хаҡында нисек һөйләүҙәре таң ҡалдырҙы. Улар шундай йылылыҡ һәм мөхәббәт менән туған телдәрендә йырҙар башҡарҙылар, шиғырҙар уҡынылар, үҙ мәҙәниәттәре хаҡында мөкиббән китеп һөйләнеләр. Хатта фестиваль аҙағында минең шул телдәрҙең береһен мотлаҡ өйрәнгем килеп китте. Һәм, елбиттә, мин беҙҙең меңең ни тиклем күп сит ил студенттарының уҡыуына, университетыбыҙҙа күп төрлө мәҙәниәттәрҙең булыуына ғәжәпләндем.
Качалкина Кристина (БУТ 13-01 ӨДНТУ),
«Мәҙәни фреш» журналистар берләшмәһе
III Башҡортостан Халыҡ-ара телдәр фестивален асыу тантанаһы ӨДНТУ-ның 8-се корпусының Ҙур залында булып үтте. Сараға төрлө илдәр, тел төркөмдәре һәм континенттар вәкилдәре йыйылды. Өфө дәүләт нефть-техник университетында 47 илдән 600-ҙән ашыу студент белем ала. Төрлө тел ғаиләләре вәкилдәрен секторҙар буйынса бүлделәр: роман-герман, төрки, афразия, австроазиат, Урал һәм иран телдәре секторҙары. Ҡатнашыусылар араһында ӨДНТУ хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ғына түгел, республиканың башҡа университеттары вәкилдәре, сит ҡала студенттары, уҡыусылар һәм төрлө мәҙәниәттәр һәм милләттәр менән ҡыҙыҡһынған ябай кешеләр булды. Фестивалде асыу тантанаһы абруйлы ҡунаҡтарҙы тәбрикләүҙән башланып китте. Һуңынан презентация яһаусылар сығыш яһаны. Тәүгеләре булып роман-герман телдәрен тәҡдим итеүселәр сыҡты. Роберт С. Келли йыры был төркөмдәге бер ҡыҙ башҡарыуында моңло яңғыраны. Сығыш яһаусылар һәйбәт әҙерләнеп килгән, әҙерәк ҡаушауға ҡарамастан, республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт кешеләренең ни тиклем татыу булыуын күрһәтә алдылар. Бөтәһен дә Африка телдәре вәкилдәренең сығышы дәртләндереп ебәрҙе. Улар башҡарыуындағы бейеү көслө алҡыштарға күмелде. Һәр бер ҡатнашыусыны, һәр бер төркөмдө билдәләп үтергә булыр ине лә, һүҙҙәр етмәҫ, тип ҡурҡам. Концерт бик шатландырҙы. Фестивалдә ҡатнашыуыма һәм төрлө телдәр һәм мәҙәниәттәрҙең бәләкәй генә өлөшө менән булһа ла танышыуыма ихлас шатмын. Милли бейеүҙәр, йырҙар һәм шиғырҙар, презентациялар – бөтәһе лә юғары кимәлдә үтте.
Мәҙәниәт тулҡынында бул!
Айгерим Өмбәтйәрова (МЭК 04-13-01 ӨДНТУ),
«Мәҙәни фреш» журналистар берләшмәһе
Сара бик сағыу, тәьҫирле булды. Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайында үткән асыу тантанаһында буш урындар ҡалмағайны. Абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырғандан һуң фестивалдә ҡатнашыусылар презентацияларын тәҡдим итте. Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙан башҡа үҙҙәоренең телдәре һәм мәҙәниәттәре менән Индия, Индонезия һәм Африка илдәре ҡунаҡтары таныштырҙы. Был күркәм сарала тәүге тапҡыр ҡатнашҡан курдтар ҙа сығыш яһаны. Концерттан һуң фестиваль ҡунаҡтары теге йәки был тел менән төптәнерәк танышыу өсөн төрлө аудиторияларға секциялар ултырышына таралышиты. Татар теленең презентацияһында Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттары Вәлитова Гүзәл, Ғәлимова Алһыу, Ғәликәйева Гөлшат һәм Ғәлләмова Гөлназ ҡатнашты. Гүзәл татар теле тарихы һәм үҙенсәлектәренә бағышланған доклад менән сығыш яһаны. Һүҙенең аҙағында ул туған телен белеүе һәм татар телендә аралашыуы менән ғорурланыуын белдерҙе. Татар телен бөтә матурлығында һәм нескәлегендә күрһәтеү өсөн беҙ әҙәби-музыкаль тамаша ойошторҙоҡ. Унда татар классиктарының шиғырҙарын уҡыныҡ һәм Алһыу Ғәлимова аккомпанементында йырҙар йырланыҡ. Телдәр байрамы ысынлап та юғары кимәлдә үтте, тип һис шикһеҙ әйтеп була. Фестивалдә ҡатнашыусылар сертификаттар менән генә бүләкләнеп ҡалманылар, матур тәьҫораттар алып ҡайттылар, яңы дустар таптылар. Бындай сараларҙың беҙҙә толернатлыҡ уятыуҙа һәм донъялағы барлыҡ кешеләргә мөхәббәт тәрбиәләүҙә әһәмиәтенең баһалап бөткөһөҙ ҙур икәнлегенә иманым камил.
Ғәлимова Алһыу (БашДУ-ның филология факультеты)
2013-сө йылдың 7-8-се декабрендә Өфө дәүләт нефть-техник университетында ошо юғары уҡыу йортоноң 65 йыллығы ҡыҫаларында III Башҡортостан Телдәр фестивале булып үтте. Фестиваль программаһында 40-тан ашыу телдәр тәҡдим ителде: БМО-ның рәсми телдәренән алып Океания һәм Полинезияның австронезия телдәренә тиклем.
Телдәр фестивале – киң ҡатлам халыҡты йәлеп иткән мәҙәни-ағартыу сараһы. Ул телдәргә, лингвистикаға һәм мәҙәни-ара бәйләнештәргә арналған. Әлеге көндә был проект ЮНЕСКО ярҙамы менән Рәсәйҙең (Чебоксар, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-петербург, Түбәнге Новгород, Волгоград, Өфө, Ижау, Калуга, Якутск, Бөйөк Новгород, Пермь, Екатеринбург) һәм сит ил (Киев. Одесса, Бердянск, Ялта, Минск, Тбилиси, Кишинев, Нанкин) ҡалаларында ойошторола.
Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының профессиональ коммуникация өсөн сит телдәр кафедраһы, лингвистик кафедра булараҡ, был форумдан ситтә ҡала алманы, әлбиттә. Доцент Ғәбдуллин Салауат Сәмиғулла улы етәкселегендә кафедра немец һәм латин телдәрен тәҡдим итте. Уның студенттары фестивалде асыу танатанаһында немец телендә «Алиса» йыры менән сығыш яһаны.
Телдәр фестивалендә ҡатнашыусылар сертификаттар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Л.М. Зәйнуллина, филол. фәндәре докторы, проф.,
профессиональ коммуникация өсөн сит телдәр кафедраһы мөдире
III Башҡортостан Халыҡ-ара телдәр фестивале программаһы
Интернетта III Халыҡ-ара телдәр фестивале:
- «Башҡортостан» ДТРК-һы сюжеты
- «Бәйләнештә» сайтында ӨДНТУ-ның мәғлүмәт каналы төркөмөндә (2013 йылдың 7-се декабрендәге видеоматериалдарҙы ҡарағыҙ)
- You Tube сайтында асыу танатанаһы фрагменттары
- Фестиваль хаҡында «Киске Өфө» гәзите (2013 йылдың 11 декабрендәге мәҡәлә)
- БашДУ-ның Нефтекама филиалы сайтындағы мәғлүмәт
- Өфө дәүләт профессиональ-пе дагогик колледж сайтындағы яҙма
- Өфө дәүләт авиация-техник университеты сайтындағы мәғлүмәт
- «А.П. Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе» фестиваль тураһында