Телдәр фестивален (артабан – Фестиваль) әҙерләү һәм үткәреү өсөн ойоштороу комитеты булдырыла. Уға тел факультеттарының декандары һәм декан урынбаҫарҙары, кафедра етәкселәре, халыҡ-ара ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ аспиранттар, студенттар һәм тел, мәҙәниәт мәсьәләләре, милләттәр һәм илдәр араһындағы бәйләнештәр менән ҡыҙыҡһыныусылар инә ала.
Ойоштороу комитеты бурыстары:
- әлеге Ҡағиҙәгә һәм Фестивалде Әҙерләү планына һәм Үткәреү программаһына ярашлы рәүештә тейешле саралар үткәреү;
- дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын йыйыу;
- Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мәғлүмәт еткереү системаһын булдырыу;
- Фестиваль барышында йәшәү һәм аралашыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу;
- презентациялар өсөн ҡатнашыусыларҙы барлыҡ кәрәкле техник ысулдар менән тәъмин итеү;
- презентациялаусылар өсөн кофе-брейк ойоштороу;
- эш барышында килеп тыуған һәм ойоштороусыларҙың компетенцияһына ингән һорауҙарҙы оператив хәл итеү;
- Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһын ойоштороу;
- Фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ойоштороу.
(«Башҡортостанда Халыҡ-ара телдәр фестивале» тураһында Ҡағиҙәнең 5-се пункты)