Бай телдәр донъяһына һәм ғөмүмән тел феноменына битараф булмағанығыҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Сараның йөкмәткеһе, үткәрелеү ваҡыты һәм урыны хаҡында Һеҙ был сайта.
Фестивалебеҙ тейешле кимәлдә ойошторолған һәм уңайлы булһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләр үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
- Фестивалде асыу һәм ябыу тантанаһында ҡатнашырға теләйһегеҙ икән, билдәләнгән ваҡытта килегеҙ.
- Сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарға регистрациялау формаһын ваҡытында ебәрергә һәм барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте тулыһынса яҙырға кәрәк (регистрациялау формаһын Һеҙ һул яҡтағы панелдә таба алаһығыҙ).
Фестивалдә булғандан һуң, моғайын, үҙегеҙҙе презентациялаусы, лектор, конкурстар ойотороусы ролендә лә һынап ҡарарға теләрһегеҙ. Беҙ быны тик хуплайбыҙ ғына!
Ихтирам менән,
Телдәр фестиваленең ойоштороу командаһы