Телдәр Фестивале – шул уҡ исемле гуманистик йүнәлешле халыҡ-ара проект ҡыҫаларында ойошторолған, телдәр һәм лингвистикаға бағышланған аң-белем таратыу сараһы ул. Был фестивалде үткәреү ниәте француз һәм америка эсперантисы, йәмәғәт эшмәкәре Дэннис Киф башланғысы менән тыуа һәм тормошҡа ашырыла. Беренсе Телдәр фестиален (эсперантола –
Lingva Festivalo) ул 1995 йылда Францияның Тур ҡалаһында үткәрә. Йыш ҡына төрлө илдәрҙә ойошторолған түләүле курстар йәрминкәләренән айырмалы рәүештә был фестиваль асыҡ дәрестәр формаһында ойошторолған телдәр тураһындағы фәһемле презентациялар аша тел донъяһының байлығын асып биреүгә йүнәлтелгән. Беренсе фестиваль 800 уҡыусының иғтибарын йәлеп итһә, ике йылдан инде ул 3600 кешене йыйған.

Беренсе фестиваль тураһында отчет «Контакто» исемле халыҡ-ара эсперанто журналында баҫылып сыға. Был ваҡиға уҡыусыларҙың юғары баһаһына лайыҡ була, һәм 1996 йылда фестиваль Рәсәйгә килә. Беренсе Рәсәй лингвистик фестивале Чебоксар ҡалаһында үткәрелә. Үткән 17 йылда фестиваль хәрәкәтенең географияһы шаҡтай киңәйҙе. Телдәр фестиваленең идеялары ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ илдәрҙә теләктәшлек тапты (улар араһында Украина, Беларусь, Латвия, Грузия, Молдова, Венесуэла, Ҡытай, АҠШ, Финляндия, Словакия, Югославия, Швеция). Фестиваль хәрәкәте тарихында иң күпләп халыҡты йыйғаны булып Ҡытайҙың Нанкин ҡалаһының алдынғы университеттарының береһендә 2008 йылда 13500 кеше ҡатнашлығында үткән фестиваль булып тора. Рәсәйҙә телдәр фестивалдәренең марафонына Чебоксар, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбән Новгород, Волгоград, Кемерово, Өфө, Ижау, Калуга, Якутск, Бөйөк Новгород кеүек ҡалалар ҡушылған. Улар араһында һәм ғөмүмән донъяла лидерлыҡты Чебоксар һаҡлап килә. Бында 1996 йылдан инде 17 традицион 2-3 мең кеше йыйған Телдәр фестивалдәре ойошторолған

(Чебоксарҙа Телдәр фестивале сайты:
http://www.lingvafestivalo.org). Тел донъяһының байлығы менән танышыуҙы был фестивалде ойоштороусылар үҙенсәлекле сәйәхәт менән сағыштыра. Был сәйәхәт барышында тәү башлап асыусы үҙенең туған теленең сиктәренән тыш «күрше» телдәр донъяларына ишекте аса. Уҙған йылдар арауығында Рәсәйҙә һәм унан ситтә телдәр фестивалдәренең киң таралған төҙөлөшө формалаша: фестивалде асыу тантанаһы, презентациялар көнө йәки көндәре, фестивалде ябыу тантанаһы һәм ҡатнашыусыларға диплом менән сувенирҙар тапшырыу. Асыу тантанаһының айырылғыһыҙ һәм күңелле өлөшө – презентацияларҙың презентацияһы йәғни ҡатнашыусыларҙың сәхнәгә сығып, сығыштарының анонсы менән таныштырыуы. Шулай уҡ әлеге ваҡытта презентацияларҙы 30-50 минутлыҡ бәләкәй дәрестәр форматында үткәреү традицияһы нығынған. Презентациялар ғәҙәттә

параллель блоктарҙа үтә, шуның өсөн һәр ҡунаҡ барырға теләгән урынды һайлай ала. Шуныһы ҡыҙыҡлы, һуңғы йылдарҙа фестивалдәрҙең форматы һәм телдәрҙең исемлеге күҙгә күренерлек байый. Был фестивалгә күркәмлек өҫтәй һәм ысын интернациональ байрам булараҡ баһаһын арттыра. Бөгөн, ғәҙәти лингвистик презентацияларҙан тыш, фестивалдәр ҡыҫаларында тел ғилеме буйынса фәһемле лекциялар уҡыла, теге йәки был телдә аралашыу өсөн ҡунаҡ бүлмәләре ойошторола; лингвистик конкурстар һәм тел темаһына бағышланған әҙәби конкурстар үткәрелә; төрлө донъя телдәрендәге сығанаҡтар менән таныштырыу өсөн китап күргәҙмәләре, шулай уҡ тамашасыларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырған үҙенсәлекле лингвистик концерттар ойошторола.

Фестиваль хәрәкәтенең әүҙем үҫеше төрлө илдәрҙән эсперанто ойошмалары эшмәкәрлеге арҡаһында мөмкин булды. Лингвистик фестиваль менән танышыу барышында уның идеяһы профессиональ тел белгестәренә лә, тел феноменына һәм телдәрҙең күп төрлөлөгөнә битараф булмаған барлыҡ кешеләргә лә берҙәй яҡын булды. Фестивалдең гуманистик йүнәлеше ЮНЕСКО-ның төп принциптарына ауаздаш булыуын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, ЮНЕСКО башланғысы менән 2008 йыл Халыҡ-ара телдәр йылы, тип иғлан ителде. Был йыл ҡыҫаларында хөкүмәттәргә һәм уҡыу йорттарына «барлыҡ телдәрҙе (айырыуса, юҡҡа сығыу янаған телдәрҙе) пропагандалау һәм яҡлау буйынса эшмәкәрлекте шәхси йәки коллектив нигеҙҙә киңерәк йәйелдерергә» тәҡдим ителде. Шуның өсөн Телдәр фестивале артабан эсперантистар көсө менән генә түгел, ә юғары уҡыу йорттары башланғысы менән һәм ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттары яҡлауында ойошторола. Был башланғысҡа тап республикабыҙҙа нигеҙ һалынды. Ул йылда Халыҡ-ара телдәр фестивален үткәреүҙә Башҡорт дәүләт университетының өс филология факультеты һәм БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты берҙәм ҡатнашты. Был фестиваль хәрәкәтенең әле тәүге яңы бите генә, һәм уның артабанғы киләсәге һәр беребеҙҙең тырышлығына бәйле.
Белешмә:
Эсперанто ойошмалары XIX быуаттың икенсе яртыһында ирекле халыҡ-ара аралашыу маҡсаты менән уйлап сығарылған ярҙамсыл тел эсперантоны яҡлаусыларҙы берләштерә. Рәсәйҙә иң үҫешкән Сыуаш Эсперанто-Ассоциацияһы билдәләүенсә, «эсперантистар йәмғиәттәренең бөтә ағзалары ла ике йәки унан да күберәк тел йөрөтөүсе булыуҙары менән айырылып торған һирәк донъя ойошмаларының береһе. Был йәмғиәттең һәр ағзаһы туған теленән башҡа бер телде булһа ла аралашыу кимәлендә өйрәнергә ҡарар иткән. Йыш осраҡтарҙа был күп телдәрҙе өйрәнеүгә һәм белем даирәһен киңәйтеүгә алып килә». Шуның өсөн дә эсперанто ойошмаларының идеялары лингвистик фестивалдәр рухына айырыуса яҡын.
Әлеге ваҡытта барлыҡ үткәрелеп килгән Фестивалдәр лингвистик фестивалдең бер нисә универсаль бурыстарында сағылыш тапҡан уртаҡ һыҙаттарға эйә:
- Донъя телдәренең күптөрлөлөгөн, һәр береһенең уникаллеген һәм әһәмиәтен күрһәтеү.
- Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың лингвистик белем даирәһен арттырыуҙа хеҙмәт итеү.
Был ике бурыс фестиваль барлыҡҡа килгәндән бирле презентацияларҙың лингвистик компонентында сағылыш тапҡан. Бында беҙ профессионал булмағандарға ла теге йәки был тел төҙөлөшө, уның башҡа телдәр араһында тотҡан урыны тураһында аңлайышлы мәғлүмәт ишетә алабыҙ һәм, әлбиттә, бер нисә һүҙ һәм һүҙбәйләнеш ятлау мөмкинлегенә эйә булабыҙ.
- Сит телдәр һәм Рәсәй Федерацияһында йәшәгән милләттәрҙең телдәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү. Был бурыстан сығып, тел презентациялары ҡыҙыҡһындырған телде өйрәнеүҙә ярҙам итерлек төрлө сығанаҡтар менән таныштырыу мөмкинлеген күҙ уңында тота.
- Фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар араһында профессиональ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу.
- Донъя халыҡтарына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү.
Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта милләт-ара татыулыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр мәсьәләләре айырыуса актуаль. Был өлкәләге негатив күренештәрҙең сәбәптәре күпселек рәүештә икенсе төрлөрәк күренгән йәки билдәһеҙ телдә һөйләшкән кешеләрҙе аңламауға, ят итеп һәм хатта ҡурҡып ҡабул итеүгә бәйле. Әммә кешеләргә танышыу һәм бер-береһен яҡыныраҡ белеү мөмкинлеген бирһәк, милли конфликттар кәмейәсәк. Эргәбеҙҙә үҙебеҙ кеүек шундай уҡ кешелек сифаттарына эйә төрлө кешеләр икәнлеген аңлаясаҡбыҙ. Шуның менән бергә бындай танышлыҡтар, һис шикһеҙ, беҙҙең донъя тураһындағы белемдәребеҙҙе арттыра, уның күп төрлө һәм шул уҡ ваҡытта уникаль булыуын аңларға ярҙам итә.
- Тыуғандан алып ҡаныбыҙға, аңыбыҙға һеңгән туған телдең ҡиммәтен, үҙенсәлеген еткереү
[http://www.lingvafestivalo.org/ru/node/2]. Быны беҙгә фестивалдә туған телдәре хаҡында сығыш яһаған ҡатнашыусылар айырыуса ныҡ аңларға ярҙам итә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе лингвистик байрамыбыҙҙың мауыҡтырғыс мөхитенә сумырға һәм телдең ысынлап та «дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәрен һуҙыусы күпер» икәнлеген аңларға саҡырабыҙ!
Туған телдең баһаһын, үҙенсәлеклеген аңлатыу. [http//www/lingvofestivalo/org/ru/node/2]. Быны фестивалдә үҙ туған телдәрен яҡлап сығыш яһаған ҡатнашыусылар һиҙергә ярҙам итә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе мауыҡтырғыс лингвистик байрамға һәм телдең ысындан да иң яҡшы дуҫлыҡ һәм татыулыҡ аралашсыһы икәнен аңларға саҡырабыҙ!