Һеҙҙе лингвистик байрамыбыҙҙың мауыҡтырғыс мөхитенә сумырға һәм телдең ысынлап та «дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәрен һуҙыусы күпер» икәнлеген аңларға саҡырабыҙ.
Телдәр фестивале донъя телдәренең уникаль төрлөлөгөн һәм ғөмүмән кеше телмәренең ҡиммәтен билдәләп үтергә бурыслы аң-белем таратыу сараһы булып тора. Фестиваль менән дуҫлашыу Һеҙгә лингвистик белем даирәһен киңәйтергә ярҙам итәсәк, Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған телде өйрәнеүҙең төрлө сығанаҡтары менән таныштырасаҡ һәм шулай уҡ тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашырға һәм яңы дуҫтар табырға булышлыҡ итәсәк. Был фестивалде үткәреү ниәте 1995 йылда француз һәм американ эсперантисы, йәмәғәт эшмәкәре Дэннис Киф башланғысы менән тыуа һәм тормошҡа ашырыла. Үткән 23 йылда фестиваль хәрәкәтенең географияһы шаҡтай киңәйҙе, һәм бөгөн лингвистик фестиваль кеше теленең феноменына һәм донъяның тел сыбарлығына битараф булмаған күптәр өсөн ҡәҙерле. Шуның өсөн дә һуңғы йылдарҙа сара форматы, тәҡдим ителгән телдәрҙең спектры кеүек үк, күренерлек байыуы, ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың һаны артыуы юҡҡа түгелдер. Башҡортостандағы Телдәр фестивале – халыҡ-ара проекттың бер өлөшө. Республикала сара БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ярҙамы менән Өфөнөң алдынғы юғары уҡыу йорттары нигеҙендә үткәрелә.
Фестиваль тураһында тулыраҡ мәглүмәтте Һеҙ был сайта таба алаһығыҙ. Бында уҡ Башҡортостанда сираттағы Телдәр фестиваленә әҙерлеккә бәйле актуаль информация урын аласаҡ. Проект ҡыҫаларында үткән ҡайһы бер мөһим ваҡиғаларҙы Һеҙгә Донъяла фестиваль хәрәкәтенең яңылыҡтары һәм тулыраҡ туғандаш фестивалдәрҙең шәхси биттәре асасаҡ. Фестивалдә, сығыш әҙерләп, әүҙем ҡатнаша алаһығыҙ йәки ҡунак ҡына сифатында ла килеү мөмкин. Бының өсөн Ҡатнашыусыларға һәм Фестиваль ҡунаҡтарына бүлектәрендәге ҡайһы бер кәңәштәр Һеҙгә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Кәрәк булған осраҡта ойоштороусыларға сара тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә алаһығыҙ.
Телдәр фестивале менән телдәрҙең мауыҡтырғыс донъяһын асығыҙ!